11 декабрь, Йәкшәмбе

27 апрель 2016 йыл, 9:10

Баш ҡалала интернет ҡиммәт түгел – Яндекс

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Яндекс» компанияһы аналитиктары Рәсәй төбәктәрендә интернетты файҙаланыу буйынса мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Асыҡланыуынса, Өфө тарифтары — иң арзаны. Башҡортостандың баш ҡалаһында лимитһыҙ интернеттың уртаса хаҡы — 325, Рәсәй буйынса уртаса 400 һум. Иң осһоҙ интернет — Севастополдә (айына 255 һум), иң ҡиммәте — Махачкалала (600 һумдан ашыу). 5 Гб мобиль трафик өфөлөгә 260 һумға төшәсәк, рәсәйле иһә ошо күләм өсөн яҡынса 280 һум түләй.