Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Бөгөндән Өфөлә һыу кире ҡайта башлаясаҡ — ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы яҡлау идаралығы

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Бөгөндән Өфөлә һыу кире ҡайта башлаясаҡ. Был хаҡта шишәмбе, 26 апрелдә, «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим Абдуллин хәбәр итте.

«Өфө биләмәһендә әле 50 йорт — һыу аҫтында. Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары ташыуҙан туҡтаны тиерлек. Бөгөндән һыу кире ҡайта башлаясаҡ, тип ышанайыҡ», — тине Рәсим Абдуллин.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, хәҙер ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү ташҡынға ҡаршы сараларҙың төп фазаһы буласаҡ.

«Һыу тиҙ генә килә, әммә кәмемәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаһын, ауырыуҙар таралмаһын өсөн бөтә сараларҙы күрергә кәрәк. Һыу баҫҡан урамдарҙың, райондарҙың һәм йорттарҙың йәшәү тәьминәте системаһын тейешле хәлгә килтерергә тейешбеҙ», — тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть