5 декабрь, Дүшәмбе

26 апрель 2016 йыл, 17:16

Башҡортостан 2015 йылдағы облигациялар буйынса тәүге купонды түләне

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 25 апрелдә Башҡортостан Финанс министрлығы 2015 йылдағы облигациялар буйынса беренсе купон килемен түләүгә 89,4 миллион һум аҡса күсерҙе. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Rusbonds мәғлүмәттәре буйынса, 1,5 миллиард һумға облигациялар сығарыу 2015 йылдың 27 октябрендә Мәскәү банк-ара валюта биржаһының фонд биржаһында урынлаштырылған. Әйләнеш срогы — 728 көн. Облигацияларҙың алты купон осоро бар. Купон килеменең ставкаһы — йылына 11,95 процент.

Бөгөн Башҡортостан облигацияларының дүрт сығарылышы әйләнештә йөрөй, уның буйынса бурыстың дөйөм күләме — 12,7 миллиард һум.