Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Төбәктә 2016 йылдың икенсе кварталына ҡала һәм райондар өсөн торлаҡтың баҙар хаҡы раҫланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты үҙенең бойороғо менән 2016 йылдың икенсе кварталына республиканың ҡала округтары һәм биләмәләрендә, шулай уҡ муниципаль райондарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәрен раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Өфө өсөн бер квадрат метрҙың уртаса баҙар хаҡы 34 724 һум тәшкил итә. Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ өсөн — 33 600, Ағиҙел — 28 000, Межгорье — 23 600. Ҡала биләмәләре өсөн күрһәткес Баймаҡта 29 300 һумдан алып Туймазыла 33 600 һумға тиклем тирбәлә.

Муниципаль райондар өсөн — 25 600 һумдан алып (Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Яңауыл) 33 600 һумға тиклем (Өфө районы).  

Раҫланған күрһәткестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж республика халҡы өсөн субсидиялар күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла, тиелә был документта. Аҡса федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть