9 декабрь, Йома

26 апрель 2016 йыл, 16:00

Быйыл Астана һәм Өфө араһында туғандашлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ

фото: Өфө хакимиәте сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Астана һәм Өфө араһында туғандашлыҡ тураһында килешеүгә 2016 йылда ҡул ҡуйыласаҡ. Өфө хакимиәтенең рәсми делегацияһы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала булып ҡайтты. Сәфәрҙең маҡсаты иҡтисад, инвестиция мәсьәләләрендә, предприятиелар эшен ойоштороу һәм тариф көйләүе өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу ине. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Өфө вәкилдәре Ҡаҙағстандың баш ҡалаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сәнәғәт идаралығы етәкселәре менән осрашты, хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Делегация Астана Акимының команда-контроль үҙәгендә булды һәм ҡаланың йәшәйешен комплекслы тәьмин итеү системаһы менән танышты. Һөйләшеү йомғаҡтары буйынса 2016 йылда Астана һәм Өфө араһында туғандашлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы ойоштороу хаҡында һөйләшеп килешелде.