5 декабрь, Дүшәмбе

26 апрель 2016 йыл, 13:00

Башҡортостан граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн 1,7 миллиард һум аҡса алырға иҫәп тота

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондына граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының һуңғы этабын бойомға ашырыу өсөн финанс ярҙамын алыуға ғариза бирҙе. Аҙаҡҡы этап 2016-2017 йылдарға иҫәпләнгән.

Ошо ғаризаға ярашлы, республика дәүләт корпорацияһынан 1,7 миллиард һум аҡса алырға ниәтләй. Уларҙы 25 муниципаль берәмек биләмәһендә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә йүнәлтеү күҙ уңында тотола.

2008-2015 йылдарҙа Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн фондтан бөтәһе 15,14 миллиард һум аҡса бүленгән. Берлектә финанслау тәртибендә төбәк 10,79 миллиард һум өҫтәгән.

Аҡса 1 384 күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүгә һәм 249 540 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, шулай уҡ 36 587 гражданды авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә тотонолған, тип билдәләнеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығында.