4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2016 йыл, 12:21

Республикала радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алалар

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн, 26 апрелдә, Башҡортостанда Радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө билдәләнә. Был дата рәсми календарҙа Чернобыль атом электр станцияһындағы авариянан һуң 26 йыл үткәс барлыҡҡа килә. Быйыл ошо һәләкәткә 30 йыл тула.

Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 12 мең кеше ҡатнаша. Бөгөн республикала 2400 самаһы ликвидатор йәшәй.

Өфөлә төп саралар бөгөн ҡаланың төньяҡ өлөшөндә ойошторола. Мәҫәлән, көндөҙгө сәғәт 2-лә Беренсе Май урамындағы скверҙа буласаҡ һәйкәл урынында сәскә һалыу тантанаһы була. Һуңынан Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә (элекке «Химик» мәҙәниәт йорто) авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырыла. Тантаналар сағыу концерт менән тамамлана.  

Иҫтәлекле дата алдынан Өфө райондары хакимиәттәрендә ликвидаторҙарҙы миҙалдар менән бүләкләү тантаналары уҙҙы. Шулай уҡ Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияны бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар өсөн «тура бәйләнеш» ойошторолдо.

Был көндә республиканың бөтә район һәм ҡалаларында Чернобыль фажиғәһе ҡорбандары һәйкәлдәренә сәскә һалыу, тематик концерттар һәм башҡа мәҙәни саралар уҙа.