Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Тәүлек эсендә Ағиҙел һәм Дим йылғалары 4 сантиметрға күтәрелгән, Ҡариҙелдең кимәле кәмей – Башгидромет

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфө янындағы ике йылғаның кимәле күтәрелеүе дауам итә. Иртәнге сәғәт 8-гә баш ҡала эргәһендә Ағиҙелдең кимәле 756 сантиметр тәшкил иткән. Һуңғы һигеҙ сәғәт эсендә йылға 4 сантиметрға күтәрелгән, тип аңлатма бирҙеләр Башгидрометта. Бочкарёв ауылы янында Дим йылғаһы ла шунса уҡ артҡан. Уның кимәле 352 сантиметр тәшкил иткән.

Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел ярҙарына ҡайта башлаған. Хәҙер уның кимәле 854 сантиметр тәшкил итә.

Өфө ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһы — 730-830, Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел — 760-860, Бочкарёв ауылы эргәһендә Дим йылғаһы 580-680 сантиметрға күтәреләсәк тип көтөлә.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть