10 декабрь, Шәмбе

26 апрель 2016 йыл, 10:30

Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһының дөйөм йыйылышында ҡатнашты

фото: Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһының дөйөм йыйылышында ҡатнашты, уны Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров алып барҙы.

ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһының 38-се сессияһында 2030 йылға тиклемге осорға Үҫеш өлкәһендә глобаль көн тәртибен ғәмәлгә ашырыу бурыстарына ойошманың программалы эшмәкәрлеге адаптацияһына старт бирелде, тип билдәләне Сит ил эштәре министрлығы башлығы.

«Евразияла мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса даими платформа булдырыу йәһәтенән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуына ярашлы, май айында Башҡортостанда «Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог» тигән халыҡ-ара конференция ойошторола», – тип хәбәр итте Сергей Лавров. – Уның сиктәрендә «Ебәк юлы» ЮНЕСКО проекты линияһы буйынса мәҙәни-ара эш итеү мәсьәләһен тикшереү күҙаллана.

Генераль конференцияның 38-се сессияһында Геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара программаның уставы ҡабул ителде. Шулай итеп, геопарктар селтәре ЮНЕСКО-ның геологик программаһының бер өлөшөнә әүерелде.

– Рәсәй төбәктәренең ЮНЕСКО эшмәкәрлегенең ошо йүнәлеше менән ҡыҙыҡһыныуы шатландыра, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Лавров. –  Мәҫәлән, Башҡортостан геопарк булдырыу буйынса илебеҙҙәге тәүге пилот проектын эшләү буйынса ғариза әҙерләй.

Йыйылышта ҡатнашыусылар республиканы Рәсәй менән ЮНЕСКО араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы әүҙем төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәләне.