11 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2016 йыл, 9:29

Башҡортостандан Еңеү ирекмәне Владимир Путиндан «Үлемһеҙ полк»тың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды

фото: Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Үлемһеҙ полк» акцияһы Еңеү парадының традицион өлөшөнә әүереләсәкме һәм быйыл унда ҡатнашаһығыҙмы? Башҡортостандан «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте ағзаһы Александр Юдин Йошкар-Ола ҡалаһында үткән төбәк-ара форумында Рәсәй Президентына ошондай һорау менән мөрәжәғәт итте.    

«Мин күңелем менән һәр саҡ ошо полктың ағзаһы. Ауыл-ҡалалар буйлап үтәсәк, үҙҙәренең һәләк булған һәм тере ҡалған туғандарын иҫкә аласаҡ, уларға рәхмәт әйтәсәк кешеләр менән буласаҡмын», — тип яуап бирҙе Владимир Путин.

«Шул фажиғәле һәм ҡаһармандарса йылдарҙы иҫкә төшөргәндә, илебеҙҙә, донъя тарихында ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Тарихты белмәй тороп, киләсәкте күҙаллап булмай», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.

«Үлемһеҙ полк» башланғысы халыҡтан сыҡты. Әгәр ҙә был хәрәкәт үҫешһә, беҙ уға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ», — тип билдәләне Владимир Путин.