9 декабрь, Йома

25 апрель 2016 йыл, 18:26

Урал аръяғы һәм Магнитогорск эшҡыуарҙары хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Магнитогорск хакимиәтендә Урал аръяғы эшҡыуарҙарының ҡаланың бизнес берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыуы уҙҙы.  

Сара Башҡортостан Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән килешеү сиктәрендә үткәрелде.

Килешеүҙең төп маҡсаты — төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы Магнитогорск хакимиәте башлығы Виталий Бахметьев һәм Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Айҙар Батыргәрәев сәләмләне.

«Беҙ спорт майҙанында ғына ярышырға тейешбеҙ. Башҡа башланғыстарҙа партнер булырға кәрәк, — тип билдәләне Виталий Бахметьев. — Магазин кәштәләрендә Башҡортостанда етештерелгән күп кенә аҙыҡ-түлекте күрергә мөмкин. Магнитогорскиҙың сәнәғәт предприятиеларында республика халҡы эшләй. Башҡортостан эшҡыуарҙарының беҙҙең ҡала менән хеҙмәттәшлек сиктәрен тағы ла киңәйтергә ынтылыуын хуплайбыҙ. Беҙ асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәргә әҙер».  

Магнитогорск хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тематик секциялар барышында осрашыуҙа ҡатнашыусылар сауҙа-һатып алыу эшмәкәрлеге, сәнәғәт өлкәһендәге мөһим мәсьәләләрҙе, шулай уҡ туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.