9 декабрь, Йома

25 апрель 2016 йыл, 17:28

Башҡортостандың 26 районында сәсеү эштәре бара

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың 26 районында сәсеү эштәре бара. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 40 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү башҡарылған, был пландың ике процентын тәшкил итә.

Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 30 мең гектар майҙанда, йәғни майҙандарҙың ике процентында сәселгән. 830 гектарҙа (пландың ике проценты) — шәкәр сөгөлдөрө, 7,1 мең гектарҙа (дүрт процент) — көнбағыш.  

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, Мәләүез районында эштәр юғары темпта бара. Бөгөнгә улар 10-шар процент майҙанда көнбағыш, иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шулай уҡ сирек майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәскән.