3 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2016 йыл, 16:59

Наурузды байрам иткән көндәрҙә Өфөлә «Ебәк юлының алтын ептәре» халыҡ-ара форумы ойошторола

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылдың апрель айында, Наурузды байрам иткән көндәрҙә, Өфөлә Ебәк юлының алтын ептәре» Рәсәй-Иран форумы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтендә.

«Өфө форумы халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм милли традициялары тураһында ике илдә йәшәүселәрҙең мәғлүмәтлелеге йәһәтенән Рәсәй менән Ирандың яҡынайыуына, шулай уҡ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.

Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ Рәсәйҙә Иран Ислам Республикаһы төбәктәре һәм Рәсәйҙең Урал, Волга буйы субъекттары хеҙмәттәшлегенең социаль-иҡтисади форумын үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны. Бындай тәҡдим Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов етәкселегендәге Рәсәй делегацияһының Иранға сәфәре барышында яңғыраны. Делегация составында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов та бар ине.

Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов һүҙҙәренсә, Башҡортостан форумды ойоштороу майҙансығы булараҡ ҡарала. Урта Урал тәү сиратта форумдың иҡтисади өлөшөн үҙ өҫтөнә алырға мөмкин. Тикшереләсәк мәсьәләләр иҫәбендә юғары уҡыу йорттары араһында үҙ-ара килешеп эш итеү, ислам белеме һәм экстремизмға ҡаршы тороу бар.