7 декабрь, Шаршамбы

25 апрель 2016 йыл, 16:09

Төбәктә Чернобыль фажиғәһенә 30 йыл тулыу уңайынан иҫтәлекле саралар үтә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 26 апрелдә Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәгә 30 йыл тула. Был көндә Рәсәйҙә авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы иҫкә алалар.

Башҡортостанда радиация тәьҫиренә дусар булған 3500 самаһы кеше йәшәй. Шуларҙың 2400-ө тиерлек Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғә һөҙөмтәһендә зыян күргән.

Иҫтәлекле көндөң социаль әһәмиәтен, шулай уҡ Башҡортостан халҡының техноген һәләкәтте бөтөрөүгә ҙур өлөш индереүен иҫәпкә алып, төбәк Хөкүмәте тарафынан Чернобыль фажиғәһенең 30 йыллығына арналған саралар үткәреү буйынса план раҫланған. Мәҙәни саралар, радиацияға дусар булған граждандарға социаль ярҙам, уларҙы медицина йәһәтенән хеҙмәтләндереү һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү акциялары ҡаралған.

Республика Хөкүмәте инвалид-чернобылселәргә, Чернобыль атом электр станцияһында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡадарға һәм уларҙың тол ҡатындарына иҫтәлекле миҙалдар тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 25 һәм 26 апрелдә республиканың барлыҡ муниципаль район һәм ҡала округтарында тантаналы саралар уҙғарыла.

26 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалының «Телеүҙәк» тапшырыуы иҫтәлекле датаға арнала. Программала Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры Николай Калмацкий, йәмәғәт ойошмалары һәм Өфө хакимиәтенең социаль сәйәсәт идаралығы вәкилдәре ҡатнаша.