4 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2016 йыл, 14:43

Республика халыҡ-ара күргәҙмәлә иҡтисадта «йәшел» технологияларҙы ҡулланыу тәжрибәһе менән таныштырасаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан «ЭКОТЕХ» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында иҡтисадта «йәшел» технологияларҙы ҡулланыу өлкәһендәге тәжрибәһе менән таныштырасаҡ. Сара 26-29 апрелдә Мәскәүҙәге «Крокус Экспо» халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә уҙа. Форумдың девизы — «Йәшел» иҡтисад — тотороҡло үҫеш нигеҙе!». Унда хөкүмәт структуралары һәм төбәк властары вәкилдәре, Рәсәй һәм халыҡ-ара компанияларҙың топ-менеджерҙары, белгестәре, донъяның экологик берләшмәһе эксперттары, билдәле ғалимдар ҡатнаша. Ойоштороусылар фекеренсә, күргәҙмә төрлө илдәрҙең белгестәренә «йәшел» технологияларҙы үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирәсәк, иң яҡшы технологияларҙы индереүгә инвестиция мөхитен булдырыу өсөн шарттар тыуҙырасаҡ.

Республиканың экспозицияһы менән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре вәкилдәре таныштыра. Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы хәбәр итеүенсә, бөгөн төбәктә «йәшел» стандарттар буйынса күсемһеҙ милек объекттарын сертификациялау органы бар, ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың республика нормативы раҫланған, тәүге «йәшел» объекттар күрһәтелгән. «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә мәғлүмәт-сервис үҙәгенең «йәшел» бинаһы төҙөлөшө бара. Төҙөлөштә файҙаланылған бөтә материалдар сертификацияланған.

Күргәҙмәлә шулай уҡ Башҡортостандың тәбиғәт парктары менән таныштырыу сараһы ойошторола.