9 декабрь, Йома

25 апрель 2016 йыл, 11:38

Лейпцигта уҙған Музейҙар төнөндә башҡорттар тарихи реконструкция ойошторҙо

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Германияның Лейпциг ҡалаһында Музейҙар төнө уҙҙы. Унда теләге булған һәр кем ҡаланың барлыҡ музейҙарына бушлай инә алды. Биш башҡорт полкы ҡатнашҡан 1813 йылғы Халыҡтар һуғышы реконструкцияһы менән шөғөлләнеүсе «1813» ойошмаһы музейы ла акциянан ситтә ҡалманы. Ғәҙәттәгесә, музейҙар төнөндә Лейпцигта йәшәгән башҡорттар — кинорежиссер Насур Юрушбаев менән Ирек Баишев әүҙем ҡатнашты.

Музейҙың эсендә «1813» ойошмаһы етәкселегенең һорауы буйынса Музейҙар төнө өсөн махсус рәүештә Насур Юрушбаев тарафынан төшөрөлгән башҡорт яугирҙәре хаҡында киноролик күрһәтелде. Башҡорт хәрбиҙәре балалар өсөн сәпкә атыу ойошторҙо, башҡорттарҙың тарихы һәм хәрби походтар, республиканың бөгөнгө тормошо хаҡында һөйләне. Ҡунаҡтарға Насур бешергән һалдат өйрәһе бик оҡшаны.

«Наполеон дәүеренә арналған реконструкцияларҙа Ирек менән йыш ҡатнашабыҙ. Беҙгә Башҡортостан вәкилдәре — «Любизар» 1-се башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи клубы ағзалары ла ҡушыла. Беҙҙең лагерҙа ҡунаҡтар һәр саҡ күп. Усаҡ яғып, башҡорт аштарын бешерәбеҙ, — тип һөйләне Насур Юрушбаев. — Был юлы барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Һәммәһе лә поход ашын тәмләп ҡарарға теләне. Бешергән саҡта ит, йәшелсәләрҙән тыш, байтаҡ үләндәр ҡуштым. Немец ҡунаҡтарына яугирҙәрҙең поход ваҡытында тап ошо үләндәрҙе ашауы хаҡында һөйләнем. Сөнки һуғыш шарттарында, айырыуса яҙ көнө ата-бабаларыбыҙға ҡул аҫтындағы аҙыҡ-түлек менән туҡланырға тура килгән».

Яҡташтарыбыҙ әйтеүенсә, башҡорт отряды тулыланған — уға Мәскәүҙән Татьяна Хубл ҡушылған. «Октябрь айында, сираттағы реконструкция ваҡытында, күберәк буласаҡбыҙ. Төрлө телдәрҙә һөйләшһәк тә, барыбыҙ ҙа Рәсәй һәм Башҡортостан байрағы аҫтында торасаҡбыҙ», — тип хәбәр итте Насур Юрушбаев.