Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың Өфө районында ете йортто һыу баҫҡан

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

24 апрелдә Өфө районы Алексеевка ауылы янында Ағиҙел йылғаһының кимәле күтәрелеүе сәбәпле ете йортто һыу баҫҡан.

Кәрәк осраҡта эвакуациялау өсөн Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортонда ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер. Был хәл контроль аҫтында тотола.

Урындағы халыҡ иҫкәртелгән, әммә улар эвакуациянан баш тарта, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 23 апрелдә Өфө ҡотҡарыусылары «Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәтендә һәм Максимовка ҡасабаһында йәшәгән 12 ғаиләне эвакуациялаған.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы «Юғары әҙерлек» режимында эшләй. Оператив төркөмдәр һыу баҫыу ихтималы юғары булған урындарҙа ташҡынға мониторинг үткәрә.

Ҡотҡарыусылар һыу баҫҡан осраҡта оператив эш итергә тулыһынса әҙер. Һыу баҫыу янаған биләмә муниципалитеттары аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар, медикаменттар менән тәьмин ителгән. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ла алдан әҙерләнгән.

Теги: ташҡын,өфө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть