7 декабрь, Шаршамбы

25 апрель 2016 йыл, 9:02

Рөстәм Хәмитов Өфө уҡыусыһы Алһыу Ишмөхәмәтованың теләген тормошҡа ашырҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 10 йәшлек Өфө уҡыусыһы Алһыу Ишмөхәмәтова менән осрашты. Ике аҙна элек «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуының тура эфирында ул «ҡыҙыу бәйләнеш»кә бер көнөн республика етәксеһе менән уҙғарырға теләүен белдереп хәбәр ебәргәйне.

Алһыу Өфөләге 25-се мәктәптең өсөнсө класында уҡый, яҡшы билдәләренә генә өлгәшә. Уның яратҡан фәне – «Тирә-яҡ мөхит». Ҡыҙыҡай бик аралашыусан, күп өҫтәмә әҙәбиәт уҡый, үҙаллы презентациялар эшләй. Алһыу дүрт йәшенән бейеү менән шөғөлләнә, туғыҙ йәшенән иһә думбыра класы буйынса музыка мәктәбенә йөрөй.

Алһыу ата-әсәһе һәм ҡустыһы оҙатыуында республика Башлығы менән бергә төбәк етәксеһенең осрашыуҙары һәм кәңәшмәләре уҙғарылған залдарҙы ҡараны. Сәй табынында Рөстәм Хәмитов ҡыҙыҡайҙың мәктәптәге уңыштары һәм шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһынды, ата-әсәһе менән аралашты һәм уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Башҡортостан Башлығы Алһыуҙы үтеп киткән тыуған көнө менән ҡотлап, уға һәм ҡустыһына иҫтәлекле бүләктәр бирҙе.