8 декабрь, Кесе йома

22 апрель 2016 йыл, 19:25

Баш ҡалала 20 меңдән ашыу Георгий таҫмалары таратыласаҡ

фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» патриотик акцияһы башланды. Хәтер һәм хәрби дан символын «Өфө» универмагы алдындағы майҙанда «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте ағзалары, баш ҡаланың хәрби-патриотик һәм үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре тапшырҙы. 9 майға тиклем бөтәһе 20 меңдән ашыу Георгий таҫмаларын таратыу күҙаллана, тип аңлатма бирҙеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Георгий таҫмаларын таратыу «Еңеү йырҙары» исемле концерт программаһы һәм «Әфлисун» клубтар берләшмәһенән хәрби-тарихи тамаша менән оҙатып барылды. Өфөләр «Хәрби Дан күргәҙмәһен», «Төнгө бүреләр» Бөтә Рәсәй мотоклубы Өфөләге бүлексәһенең сығышын ҡараны.

«Георгий таҫмаһы» акцияһы Рәсәйҙә тәүге тапҡыр 2005 йылдың яҙында ойошторола. Киләһе йылда уҡ ул бөтә Рәсәй статусын ала. Георгий таҫмаһының төҫтәре Бөйөк Ватан һуғышының төп наградаларының береһе – Дан орденын булдырғанда файҙаланылды.

Акцияны ойоштороусылар булып «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында Өфө хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, «Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәге», «Әфлисун» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клубтар берекмәһе сығыш яһаны.