5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2016 йыл, 18:01

Бөгөн Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәр «Голос.Дети» проектында ҡатнашыусы Марсель Сабиров өсөн тауыш бирәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Өфө һәм республика халҡы «Голос.Дети-3» популяр телепроектында ҡатнашыусы Марсель Сабиров өсөн тауыш бирәсәк. Ун бер йәшлек Марсель конкурстың өҫтәмә этабында ҡатнаша. Хәҙер туғыҙ дәғүәсенең яҙмышы — тамашасылар ҡулында, улар SMS-хәбәр ярҙамында оҡшаған йырсы өсөн тауыш бирәсәк, өсәүһе һайлап алынасаҡ. Тапшырыу 22 апрелдә Беренсе каналда тура эфирҙа күрһәтелә, Өфө ваҡыты буйынса төнгө 12-се яртыла башлана.

Сағыу тауышлы, һөйкөмлө Марсель Сабиров хәҙер ныҡлап әҙерләнә. Уҡытыусыһы Леонид Агутин уҡыусыларына яңы йырҙар һәм образдар һайлаған. Йәш артист бер йырҙы — яңғыҙы, икенсеһен популяр йырсы менән бергә башҡара. Марселдең әсәһе, «Башинформ» агентлығы журналисы Эльмира Сабирова хәбәр итеүенсә, йырҙарҙы өйрәнеү өсөн биш кенә көн ваҡыт бирелгән. Марселдең конкуренттары көслө — Красноярскиҙан Кирилл Скрипник һәм Минскиҙан Александра Нехай.

Республика халҡы яҡташыбыҙға проекттың киләһе этабына үтергә һәм еңеүсе исеме өсөн көрәшергә ярҙам итә ала. Тауыш биреү өсөн номер тапшырыу ваҡытында иғлан ителәсәк.

Быйылғы миҙгелдең финалы 29 апрелдә уҙа. Был көндә ил еңеүсенең исемен беләсәк.