3 декабрь, Шәмбе

22 апрель 2016 йыл, 17:17

Республикаға ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 57 миллион һум аҡса бүленә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанға 2016 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн федераль ҡаҙнанан 57 миллион һум самаһы аҡса бүленә. 22 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә республика буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Әкрәм Ғәниев ошо хаҡта хәбәр итте.

«Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, муниципаль район һәм ҡала округтарының урындағы үҙидара органдарына Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса Рәсәйҙең түбәндәге вәкәләттәре тапшырылған: иҫәп алыусыларҙың уҡыуы, эше өсөн яраҡлы биналар әҙерләү, иҫәп алыу ҡағыҙҙарын һаҡлау, транспорт саралары менән тәьмин итеү, элемтә хеҙмәттәре күрһәтеү. Дөйөм алғанда, ошо сығымдарға 57 миллион һум самаһы аҡса ҡаралған. Шулай итеп, ҡала округына йәки муниципаль районға бер миллион һумдан аҙыраҡ аҡса бүленә, улар субвенция рәүешендә бирелә», — тине Әкрәм Ғәниев.

Башҡортостанстат етәксеһе әйтеүенсә, республикала иҫәп алыусыларҙы йыйыу тамамланыуға яҡынлаша. Бөтәһе 2,5 кеше иҫәп алыусы булып эшләйәсәк.

Төбәктә 1234 ауыл хужалығы ойошмаһы, 4790 крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙар, 673 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм 31,5 мең баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача берекмәләре ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттары буласаҡ.

2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Тикшереүҙең яҡынса һөҙөмтәләре 2017 йылдың дүртенсе кварталында билдәле буласаҡ. Сараға йомғаҡ 2018 йылда яһала.