Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Нисек талпан энцефалиты менән сирләмәҫкә — Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Иртә яҙҙан Башҡортостанда талпандар әүҙемләшә башлай. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йыл йомғаҡтары буйынса, 302 кеше талпандан зыян күреп, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән, улар араһында 77 бала бар.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты уяу булырға саҡыра һәм талпандарҙың хәүефле инфекция йөрөтөүсе булыуын иҫкә төшөрә. Был сир үҙәк нервы системаһын ҡаҡшата. Уның эҙемтәләре төрлөсә — тулыһынса һауығыуҙан алып инвалидлыҡҡа һәм үлемгә килтереүе ихтимал.

Ҡуҙғытыусы вирус зарарлы талпан ҡанды һурған саҡта кешегә йоға. Йорт хайуандары, ҡоштар йәки кешеләр аша ла был сирҙе (кейем-һалым, сәскә, ағас ботаҡтары һ.б. менән) эләктерергә мөмкин. Ҡайнатылмаған кәзә йәки һыйыр һөтөндә лә вирустың булыуы ихтимал. Шуға күрә ошо ауырыу таралған урындарҙа тик ҡайнатылған һөттө ҡулланырға кәрәк. Башҡортостанда административ биләмәләрҙең 42-һендә хәүеф ҙур.

Зарарланыуҙың өсөнсө юлы — бөжәкте һытыу йәки тәндең тешләнгән ерен тырнау.

Талпан ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауалау учреждениеларына мөрәжәғәт итеү зарур. Бөжәк тешләгәндән һуң өс көндән дә ҡалмай ауырыуға энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин ҡаҙарға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть