5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2016 йыл, 14:56

Айнур Асҡаровтың «Пилорама» исемле яңы фильмы беренсе кинонаградаға лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Пилорама» исемле яңы ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы беренсе кинонаградаға лайыҡ булды. Киров ҡалаһында үткән «Вятка ҡалаһындағы осрашыуҙар» фестивалендә ул «Профессионалдар» номинацияһында икенсе урын яуланы. Был хаҡта «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Комедиялы фильм ғаиләлә ир менән ҡатындың тарихын бәйән итә. Уларҙың аҡылға һыймаған ҡылыҡтары ғаилә тормошон аҫтын-өҫкә килтерә. Фильмда төп ролдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Алмас Әмиров, Айһылыу Йомағолова, Хәким Мортазин башҡарған.

«Вятка ҡалаһындағы осрашыуҙар» Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары фестивале Рәсәй Кинорежиссерҙары гильдияһына инә. Быйыл кино фестивалендә 18 төбәктән 200-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты.