Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһы туристик эшҡыуарлыҡтың мөмкинлектәрен тикшерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цзянси провинцияһы Шанжао ҡалаһының Синьчжоу районы делегацияһы менән осрашыу уҙҙы.

Осрашыуҙа туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде. Атап әйткәндә, Бөрө районында туристик ял базалары төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу буйынса берлектәге эш хаҡында һүҙ барҙы.

Бынан тыш, республикала ҡытай халыҡ медицинаһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленде. Яҡтар ошо йүнәлештә лә үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә килеште, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть