Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың 18 районында сәсеү эштәре бара

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың 18 районы баҫыуҙарында сәсеү эштәре бара. Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 21 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү башҡарылған, был билдәләнгән пландың бер проценты.

15 мең гектар майҙанда — яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 410 гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө, 3,6 мең гектарҙа көнбағыш сәселгән.

Әлеге мәлдә Ҡырмыҫҡалы районында — яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, Мәләүездә — шәкәр сөгөлдөрө, Стәрлетамаҡ һәм Миәкә райондарында көнбағыш сәсеү юғары темпта бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть