4 декабрь, Йәкшәмбе

22 апрель 2016 йыл, 11:30

Баш ҡалала йылғаларҙың кимәле күтәрелеүе дауам итә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә йылғаларҙың кимәле күтәрелеүе дауам итә.

Иртәнге сәғәт 8-гә баш ҡалала Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 726 сантиметр (тәүлегенә +11 сантиметр), Ҡариҙелдә (Шакша биҫтәһендә) — 812 сантиметр (+16), Дим йылғаһында (Бочкарёв ауылы) — 332 сантиметр (+7) тәшкил иткән.

Башгидромет белгестәре күҙаллауынса, быйыл ташҡын мәлендә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙелдең кимәле 830 сантиметрға етәсәк. Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы — 860, Дим (Бочкарёв ауылы) 680 сантиметрға күтәреләсәк.  

темалар: ташҡын