6 декабрь, Шишәмбе

22 апрель 2016 йыл, 10:55

Башҡортостанда яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрам уҙғарылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Благовар районында «Ҡарға бутҡаһы» халыҡ байрамы ойошторолдо. Сара йәш быуында халыҡ традицияларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде.

«Ҡарға бутҡаһы» — яҙғы йола байрамы. Халыҡ яҙҙы ҡанатында ҡоштар алып килә тип иҫәпләгән.

Ойоштороусылар — Ҡәнзәфәр бей исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк һәм Һарайлы ауылы Мәҙәниәт йорто. Ауыл халҡы байрамды үткәреү өсөн яулыҡтар, таҫтамалдар, бутҡа бешереү өсөн ярма, балалар өсөн тәм-том килтерҙе.

Башҡорт йыр-бейеүҙәренән торған концерт номерҙары әҙерләнде, конкурстар, викториналар һәм уйындар ойошторолдо. Сара һуңында, ғәҙәттәгесә, ҡоштарҙы һыйлау өсөн ҡалған бутҡаны ҡыуаҡ һәм ағас ботаҡтарында ҡалдырҙылар.