5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2016 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм депутаттарҙы Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 21 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны. Республика етәксеһе муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм депутаттарҙы байрам менән ҡотланы һәм «Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына наградалар тапшырҙы.

– Күптәрегеҙ иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр урамдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, тәбиғәтте һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә. Кешеләр һеҙгә төрлө һорауҙар менән килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары халыҡтың ышанысын аҡлай икән, бында һеҙҙең – урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәренең, депутаттарҙың роле ҙур. Көн һайын кешеләр менән аралашыу, ҡаланың һәм ауылдың аныҡ проблемаларын белеү, уларҙы хәл итеү – быларҙың барыһы ла һеҙҙең төп эшегеҙ.

Төбәктә иҡтисади тотороҡлоҡ һәм бюджет тигеҙлеге һаҡлана, тип билдәләне республика Башлығы. 2016 йылдың 1 майынан бюджеттан тыш секторҙа минималь хеҙмәт хаҡы күләме арта.

– Төп бурысыбыҙ – урындарҙа иҡтисади һәм социаль сәйәсәтте нығытыу, муниципалитеттарҙың үҙаллылығын киңәйтеү, халыҡтың муниципаль программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуын тәьмин итеү, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов һуңғы ике йылда Урал аръяғындағы ете районда ғәмәлгә ашырылған урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын миҫалға килтерҙе. Республика һәм муниципаль бюджет аҡсаһынан тыш, кешеләр үҙ аҡсаһын да һала, эшҡыуарлыҡ ресурстары йәлеп ителә. Ике йыл эсендә 88 ауылда балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу менән тәьмин итеү, юлдар һәм күперҙәр һалыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса 168 проект тормошҡа ашырылған. Бындай тәжрибәне бөтә республикаға таратыу күҙаллана.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм еңеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.