6 декабрь, Шишәмбе

21 апрель 2016 йыл, 18:16

Баш ҡалала фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы уртаса 16 мең һум тәшкил иткән

фото: «Эксперт» агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, апрель айында Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы уртаса 16 мең һум тәшкил иткән. Ғәҙәттәгесә, иң ҡиммәт бүлмәләр һәм фатирҙар — ҡала үҙәгендә, Октябрь проспекты янында һәм Йәшел сауҡалыҡта, иң арзандары — Затон, Черниковка һәм Шакша биҫтәләрендә. Хаҡтар 2014 йылда төшә башланы һәм был көрсөккә генә түгел, тәҡдимдәрҙең күп булыуына ла бәйле, тип иҫәпләй агентлыҡ белгестәре.

Һуңғы ике йылда эконом класлы сегментта фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы 12-18 процентҡа төштө. Хәҙер коммуналь хеҙмәттәрҙең артыуы арҡаһында тенденция кәмене.

Таблицала ҡуртым хаҡы ғына күрһәтелгән. Фатир өсөн түләү иҫәпкә алынмаған.