9 декабрь, Йома

21 апрель 2016 йыл, 17:34

Башҡорт теленән төбәк диктантын популяр диктор Әхәт Мортазин уҡый

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт теленән төбәк диктантын популяр диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡый. Диктант өсөн ниндәй әҫәр һайлап алынғанлығы сер итеп һаҡлана.

Быйыл «Башҡорт теленән төбәк диктанты» акцияһы 23 апрелдә уҙа. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Теләгән һәр кем Башҡорт дәүләт университетының 01 һәм 02 аудиторияларына, шулай уҡ БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама ҡалаларындағы филиалдарына килә ала.

Башҡорт теленән диктант яҙыу өсөн алдан теркәлергә кәрәкмәй. Акцияла ҡатнашыусылар бланкта үҙенең ысын исемен яҙмаҫҡа хоҡуҡлы. Һөҙөмтәләр акцияның сайтында баҫыла.

«Былтыр республика буйынса 3,5 меңдән ашыу, Өфөлә ике мең самаһы кеше туған телдән белемен тикшерҙе. Башҡорт дәүләт университетының бер аудиторияһында ғына 184 кеше диктант яҙҙы, — тип хәбәр итте акцияны ойоштороусыларҙың береһе, БДУ доценты Рәмилә Хөснөтдинова. — Быйыл ҡыҙыҡһыныусылар тағы ла артыр тигән өмөттәбеҙ».

Башҡорт теленән төбәк диктанты тәүге тапҡыр 2015 йылдың апрелендә ойошторолдо. Идея авторы — билдәле журналист Рәшиҙә Мәһәҙиева. Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романынан өҙөктө Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.

Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт: электрон почта bdu_bashkaf@rambler.ru, телефон (347) 272-33-82.