6 декабрь, Шишәмбе

21 апрель 2016 йыл, 16:27

Башҡортостан федераль ҡаҙнанан субсидия алыуға Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында тора

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше (2014-2020 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Рәсәй субъекттары бюджеттарына федераль ҡаҙнанан субсидия бүлеү өсөн төбәк маҡсатлы программаларын һайлап алыу йомғаҡтары буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй. Ошо хаҡта мәғлүмәт Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡтың сайтында бирелгән.

Бөтәһе 68 субъекттың ғаризалары ҡаралған һәм төбәк программаларының дөйөм рейтингы төҙөлгән. Федераль комиссияның эш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Севастополь, Владимир һәм Свердловск өлкәләре менән бер рәттән тәүге дүрт төбәк иҫәбенә инде.

Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәте мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл апрель айында Өфөгә сәфәре барышында Рәсәйҙең Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов республикала этноконфессия өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙең тотороҡло булыуын билдәләне. «Күреүебеҙсә, кешеләрҙең күпселеге милли йәки дини яҡтан ҡыҫым тоймай. Ул элек-электән шулай килә. Бында Башҡортостан халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ йәшәүе, республика властарының ошо йүнәлештә нисек эшләүе йәһәтенән миҫал булып тора», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды федераль чиновник.

«Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше (2014-2020 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йыл һайын Рәсәйҙең Милләттәр эше буйынса федераль агентлығы төбәк маҡсатлы программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн Рәсәй субъекттары бюджеттарына федераль ҡаҙнанан субсидия бүлә. Программалар гражданлыҡ-ватансылыҡ, гражданлыҡ берҙәмлеген булдырыуға һәм нығытыуға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарына һәм сараларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.