10 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2016 йыл, 15:14

Өфө «Еңеү рекорды» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Еңеү рекорды» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ҡулға таянып 25 933 тапҡыр күтәреләсәк — был 1945 йылдың  Еңеү көнөнән һуң үткән көндәр һаны.

Флешмобтың маҡсаты — әүҙем гражданлыҡ позицияһы булдырыу, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм ветерандарға хөрмәт күрһәтеү. Өфөлә акцияны Башҡортостандың Рәсәй сәйәсәте мәктәбе, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Йәш Гвардия», Студент берекмәләре союзы, «Workout Башкортостан» йәштәр спорт хәрәкәте һәм башҡалар ойоштора.

«Был үҙенсәлекле илһөйәрлек акцияһы әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән: үҙ миҫалыбыҙҙа илдә рух көсө һәм берҙәмлек төшөнсәләренең онотолмауын күрһәтергә теләйбеҙ. Тап ошо сифаттар арҡаһында ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған», — тип аңлатма бирҙе «Workout Башкортостан» йәштәр спорт хәрәкәте рәйесе Рәшит Хәсәнов.

Флешмоб 9 майҙа В.И.Ленин исемендәге майҙанда көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.