4 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2016 йыл, 14:27

Республикала Урындағы үҙидара көнө билдәләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 21 апрелдә Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, муниципалитеттар һөнәри байрамын билдәләй.

2012 йылдың 10 июнендә Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы байрам булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Яңы дата календарға «урындағы үҙидара институтының ролен һәм әһәмиәтен арттырыу, демократияны һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү маҡсатында» индерелә, тиелә был документта. Дата осраҡлы һайланмаған. 21 апрель — 1785 йылда ҡалаларға Екатерина II ҡул ҡуйған Хоҡуҡ грамотаһын баҫтырыу көнө. Грамота Рәсәйҙә урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәтте үҫтереүгә башланғыс һалған.

1917 йылдағы революциянан һуң үҙидара идеяһы 1980 йылдар аҙағына тиклем онотола. 1993 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһы урындағы үҙидараның үҙаллылығын нығыта. Уны реформалау һәм үҫтереү бөгөн дә дауам итә.

Әлеге ваҡытта республикала яҡынса 900 муниципаль берәмек, шул иҫәптән туғыҙ ҡала округы һәм 54 муниципаль район иҫәпләнә. Бөгөн «Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттары лайыҡлы наградаларын аласаҡ. Был бәйгенең маҡсаты — урындағы үҙидараны ыңғай ҡабул итеүҙе үҫтереү, ҡыҙыҡлы тәжрибәне асыҡлау, иң яҡшы муниципаль берәмектәргә һәм уларҙың етәкселәренә ярҙам күрһәтеү.