4 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2016 йыл, 12:33

Сорғотта тәүге тапҡыр башҡорт йәштәре форумы ойошторола

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24 апрелдә Сорғотта тәүге тапҡыр башҡорт йәштәре йыйыны уҙғарыла.

Унда округтағы йәштәр төркөмдәренең делегациялары саҡырылған. Сорғот ҡалаһы филармонияһының ҙур залында йәмғиәт, спорт, мәҙәниәт һәм мәғариф майҙансыҡтары эшләйәсәк. Тантаналы кисә делегаттарының һәм ҡунаҡтарҙың форум резолюцияһы проектын тикшереүҙә һәм ҡабул итеүҙә әүҙем ҡатнашыуы көтөлә. Сара йомғаҡтары буйынса Юграның «Мираҫ» башҡорт йәштәре союзының киләһе йылға эш планы һәм эшмәкәрлек программаһы билдәләнәсәк.

«Сорғотта башҡорт йәштәренең ошондай йыйыны тәүгә ойошторола, — тине ойошманың лидеры Рияз Байегетов. — Байтаҡ эш башҡарылған, ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле сығыштар әҙерләнә. Юграның ижади йәштәренән яңы проекттар һәм конструктив идеялар көтәбеҙ».

Ойоштороусылар әйтеүенсә, башҡорт йәштәренең беренсе форумын үткәреү идеяһы күптән барлыҡҡа килгән. Ханты-Манси автономиялы округында Башҡортостанда тыуып үҫкән меңдәрсә йәш белгес йәшәй һәм эшләй. Уларҙың бергә тупланып, округтың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу, үҙҙәренең идеяларын тәҡдим итеү, милли саралар ойоштороу теләге ҙур.

Сараны ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр советы (Өфө ҡалаһы), «Ханты-Манси автономиялы округы — Югра башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында Юграның «Мираҫ» башҡорт йәштәре союзы.

Йыйын 24 апрелдә киске сәғәт 6-ла башлана. Сараға бөтә теләүселәр ҙә саҡырыла.