11 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2016 йыл, 11:26

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы Контроль-иҫәп палатаһының отчеты менән асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харрасовтың ведомствоның 2015 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчеты менән асылды.

Депутаттар 2015 йылда эшҡыуарлыҡ субъекттарының хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау тураһында доклад тыңлай. Уны Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин тәҡдим итә.

20 республика закон проекттарының һигеҙе тәүге уҡыуҙа ҡарала. Ун проект аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә. Улар араһында — «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында», «Башҡортостан Республикаһында халыҡты транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тураһында»ғы төбәк Закондарына, республиканың Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү.

«Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында»ғы законға, Һайлауҙар кодексына үҙгәрештәр индергән проекттар тәүге уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә.

Депутаттар республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Александр Артюховтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеттың составына төҙәтмәләр индерәсәк.

Икенсе мәсьәлә 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса һайланған депутат Илдус Сәрүәровтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуға бәйле.