3 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2016 йыл, 10:45

Өфөлә «Аҡбуҙат» журналының балалар конкурсында еңеүсенең шиғырҙары айырым китап булып донъя күрәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Аҡбуҙат» журналы «Бәпембә» II республика балалар шиғриәте фестивален уҙғарҙы. Ул баҫманың 25 йыллығына арналды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән сарала Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге призға балалар шиғыр конкурсына ла йомғаҡ яһалды.

Гран-приға Рәми Ғарипов исемендәге гимназияның 7 класс уҡыусыһы, Ейәнсура районының Байыш ауылынан Ғайсар Ҡансурин лайыҡ булды. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә-Юлдашева хәбәр итеүенсә, йәш шағирҙың шиғырҙары китап булып баҫыласаҡ.

«Бәпембә» балалар шиғриәте фестивалендә республиканың төрлө райондарынан 40-тан ашыу бала ҡатнашты. Уларҙың һәммәһе лә — төрлө номинацияларҙа һәм йәш категорияларында еңеүселәр. Улар өсөн билдәле яҙыусылар менән осрашыу ойошторолдо. Тамара Искәндәриә-Юлдашева, Әлфиә Әсәҙуллина, Дамир Шәрәфи, Гөлназ Ҡотоева, Сөләймән Латипов, Мөнир Ҡунафин оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Фестивалгә килгән балалар полиграфия комбинатының китап баҫыу цехтарында булды һәм Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияла йөрөнө.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто»ноң генераль директоры Венера Хәкимова, уның урынбаҫары Гөлназ Ермохина, Мәғариф министрлығы милли мәғариф бүлегенең төп белгесе Гөлсөм Әбдрәхимова, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар журналды 25 йыллығы менән ҡотланы. Еңеүселәргә «Алтын бишек», «Изгелек», «Хыял» номинацияларында дипломдар тапшырылды.

темалар: әҙәбиәт