11 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2016 йыл, 9:29

Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 20 апрелдә Республика йортонда республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия вәкилдәре тарафынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов һәм Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шолом ҡул ҡуйҙы.

Килешеү Башҡортостанда минималь эш хаҡын 6 900 һумдан 8 900 һумға (иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн 2016 йылдың 1 майынан) һәм 7 500 һумға тиклем (иҡтисадтың бюджет секторы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн 2016 йылдың 1 июленән) арттырыуҙы күҙ уңында тота.

– Халыҡтың эш килеме үҫешен тәьмин итеүгә булышлыҡ күрһәтеү – республика Хөкүмәтенең тәү сираттағы бурыстарының береһе. Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, беҙ артабан да кешеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡбыҙ, эш биреүселәр менән әүҙем эш алып барасаҡбыҙ, лайыҡлы хеҙмәт хаҡын түләүгә һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға өлгәшәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн беҙ мөһим ҡарар ҡабул итәбеҙ – 1 майҙан минималь хеҙмәт хаҡы эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумына тиклем, йәғни 8 900 һумға тиклем арта. Бынан тыш, 1 июлдән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн минималь эш хаҡын 7 500 һум күләмендә билдәләү күҙаллана. Ошо маҡсатта ағымдағы йылға бюджетта 127 миллион һум аҡса ҡаралған. Бөгөн ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе үтәү «күләгәле» хеҙмәт хаҡын рәсмиләштереүгә, дөйөм алғанда, республикала йәшәүселәрҙең социаль яҡланғанлығын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Ошо ҡарар төбәктәге эшҡыуарлыҡтың конкурентлыҡ һәләтендә сағылырға тейеш түгел, тип билдәләне республика Башлығы.