Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә йәшәүселәр ипотека өсөн айына уртаса 18 мең һум түләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Башҡортостанда йәшәүселәр ипотека өсөн уртаса 18,097 мең һум түләй. Ошо күрһәткес буйынса республика «СеверИнформ» мәғлүмәт-аналитика агентлығы төҙөгән рейтингта 50-се урынды биләй. Эксперттар Рәсәйҙең Үҙәк банкы һәм Росстат мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп тикшереү үткәргән.

Республикала ипотека торлаҡ кредитының уртаса күләме — 1,439 миллион һум, кредит буйынса ставка 12,59 процент тәшкил итә. Төбәктә йәшәүселәрҙең уртаса айлыҡ килеме 24,9 мең һумға баһалана.

Рейтингка ярашлы, ипотека өсөн иң күп түләүселәр — мәскәүҙәр. Илдең баш ҡалаһында ипотеканың уртаса суммаһы — 3,5 миллион һум, айлыҡ түләү 42 мең самаһы тәшкил итә. Ульяновск, Киров һәм Кострома өлкәләрендә 15 меңдән аҙыраҡ түләйҙәр.

Рәсәй буйынса ипотеканың уртаса күләме — 1,741 миллион һум, кредит ставкаһы — 12,22 процент һәм айлыҡ түләү 21,061 мең һум тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть