7 декабрь, Шаршамбы

20 апрель 2016 йыл, 17:38

Республикала хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса программа раҫланды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «2016 йылда Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар» программаһы раҫланды. Финанслауҙың дөйөм күләме 254,3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Өҫтәүенә программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 76,4 миллион, федераль бюджеттан 177,9 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.

Программаның төп маҡсатлы күрһәткестәре иҫәбендә теркәлгән эшһеҙлек кимәле, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты, эштән бушатылыу хәүефе янаған, ваҡытлыса йәки даими эшкә урынлашҡан хеҙмәткәрҙәр һаны күрһәтелгән.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың 1 апреленә төбәктә 28 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,4 процент тәшкил иткән, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты 1,4-кә тиң.

Ошо йылдың беренсе кварталында республика предприятиелары һәм ойошмалары 41,5 мең вакансия булыуы тураһында белдерҙе. 2016 йылдың 1 апреленә республиканың вакансиялар банкында 26 меңдән ашыу буш эш урыны иҫәпләнгән.

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, тәҡдим ителгән вакансияларҙың 76 процентын эшсе һөнәрҙәр тәшкил итә. Шуның менән бергә эшһеҙҙәрҙең 58,7 проценты — ҡатын-ҡыҙҙар, 20 проценты — 16-29 йәшлектәр.