3 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2016 йыл, 16:58

«Башҡортостан» киностудияһы фильмы Швецияла үткән кинофестивалдә ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Әсе бал» документаль фильмы Швецияла «КиноРюрик» рус киноһы фестивалендә конкурстан тыш күрһәтелде. Был хаҡта киностудияның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Ейәндәре өсөн бал алырға урманға киткән өсөнсө быуын солоҡсоноң тарихы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Режиссер Айнур Асҡаров билдәләүенсә, фильмда мәңгелек темаларҙың береһе күтәрелә — әгәр эргәлә туғандарың һәм яҡындарың булмаһа, татлы бал да әсе тойолор. Фильм Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында төшөрөлгән.

«КиноРюрик» фестивалендә ҡатнашҡанға тиклем «Бал әсеһе» фильмы бер нисә фестивалдә наградалар һәм приздар яулап өлгөрҙө. Улар араһында — Санкт-Петербургта XIII «ПитерКит» фестивалендә Гран-при, «Кадр, алға!» фестиваленең «Иң яҡшы документаль фильм» номинацияһы, «АгроСвит-2013» XX халыҡ-ара телефестиваленең «Фильм геройына» приздары бар.

«КиноРюрик» — Швеция тамашасылары иғтибарына Рәсәй кино сәнғәтен тәҡдим иткән рус кино фестивале. Башҡорт фильмынан тыш, фестивалдә күрһәтеү өсөн Максим Панфиловтың «Иван сын Амира», Сергей Эйзенштейндың «Иван Грозный», Карен Шахназаровтың «Всадник по имени Смерть» картиналары һайлап алынған.