
Беренсе кварталда республикала сәнәғәт етештереүе индексы 99 процент тәшкил иткән
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.
Башҡортостанстат материалдарынан күренеүенсә, беренсе квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 2015 йылдың ғинуар-март айҙарына ҡарата 99 процент кимәлендә билдәләнгән, Рәсәй буйынса — 99,4 процент.
Башҡортостанда ағас эшкәртеүҙә (+36 процент), күн, күн әйберҙәр һәм аяҡ кейеме (+23,8 процент), резина һәм пластмасса әйберҙәр эшләүҙә (+6,1 процент), металлургия производствоһында (+5,9 процент), электр ҡорамалдары (+5,1 процент), аҙыҡ-түлек етештереүҙә (+0,1 процент) ыңғай динамика күҙәтелә. Файҙалы ҡаҙылмалар табыу — 0,1, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү, бүлеү биш процентҡа артҡан.
Түбәндәге производстволарҙа алға китеш күҙәтелмәй: металл булмаған башҡа минераль продукттар (-25,7 процент), туҡыу һәм тегеү (-8,3 процент), транспорт саралары һәм ҡорамалдар (-6,2 процент), машина һәм ҡорамалдар (-4,7 процент), химия етештереүе (-2 процент), нефть продукттары (-1,9 процент).







