8 декабрь, Кесе йома

20 апрель 2016 йыл, 12:41

Өфөлә Георгий таҫмалары таратыласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 22 апрелдә Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана. Еңеү символын «Өфө» универмагы алдындағы майҙанда алырға мөмкин, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Акция сиктәрендә «Еңеү йырҙары» исемле концерт, театрлаштырылған хәрби-тарихи тамаша, «Хәрби Дан күргәҙмәһе» ойошторола, шулай уҡ «Төнгө бүреләр» Бөтә Рәсәй мотоклубының Өфөләге бүлексәһе сығыш яһай. Ғәҙәттәгесә, сараға килгән ҡунаҡтарға «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе ағзалары һәм Өфөләге хәрби-патриотик һәм үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре Георгий таҫмаларын таратасаҡ.

Ойоштороусылар — ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, баш ҡаланың йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәге, «Әфлисун» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клубтар берекмәһе. Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Белешмә өсөн телефон: 279-06-60.