11 декабрь, Йәкшәмбе

20 апрель 2016 йыл, 12:09

Башҡортостанда Тәфтиш комитеты биш кеше һәләк булған янғын осрағы буйынса тикшереү үткәрә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты биш кеше һәләк булған янғын осрағы буйынса тикшереү үткәрә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ведомствола хәбәр иттеләр.

Бөгөн төндә Баҡалы районының Киләй ауылында бер йорт янған. Янғынды һүндергәндән һуң йорт хужаһының һәм 1977 йылғы ҡатындың, уның бәлиғ булмаған өс балаһының мәйете табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы хәбәр итеүенсә, фажиғәгә ут сығыу тураһында һуңлап хәбәр итеү сәбәпсе. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр сымынан сыҡҡан.

Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Тәфтишсе ваҡиға булған урынды тикшерә. Һуңынан кешеләрҙең үлем сәбәптәрен асыҡлау буйынса экспертиза үткәреү тураһында ҡарар сығарыла. Ярҙам күрһәтеү өсөн урынға тәжрибәле криминалистар ебәрелгән.