10 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2016 йыл, 11:20

Тәүлек эсендә Өфө янында Ағиҙел йылғаһы 17 сантиметрға күтәрелгән — Башгидромет

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Тәүлек эсендә Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһы 17 сантиметрға күтәрелгән. Уның кимәле 703 сантиметр тәшкил иткән. Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел 10 сантиметрға артҡан  — 785 сантиметр, Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһы тәүлек эсендә 8 сантиметрға күтәрелгән, кимәле — 317 сантиметр. Башгидромет иртәнге сәғәт 8-гә шундай мәғлүмәттәр бирҙе.

Күҙалланыуынса, 17-23 апрелдә Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында һыу ташыуы көтөлә, был йыл да ҡабатланып килгән ваҡыттан 6-11 көнгә иртәрәк. Өфө янында Ағиҙелдең кимәле 730-830 сантиметрға етәсәк. Ҡариҙел — 760-860, Дим 580-680 сантиметрға күтәреләсәк.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы Марат Латипов башҡарма властың территориаль органдары етәкселәре менән координация кәңәшмәһендә ташҡынға бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.

«Беҙҙең күҙаллауҙар буйынса, ял көндәрендә һыу кире ҡайта башлаясаҡ», — тип хәбәр итте республиканың төп ҡотҡарыусыһы.

темалар: ташҡын