5 декабрь, Дүшәмбе

20 апрель 2016 йыл, 9:22

Өфөлә «Һылыуҡай-2016» конкурсында иң сибәр башҡорт ҡыҙының исемен атанылар

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19 апрелдә Өфөлә «Һылыуҡай-2016» республика телевизион матурлыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Гран-приға Күгәрсен районынан Эльвира Ҡарамышева лайыҡ булды. Республиканың беренсе һылыуҡайы «Mile» компанияһынан тун, «Ювелирцентр» компанияһынан колье һәм Мәскәүҙең «Zlata» компанияһынан таж менән бүләкләнде.

Эльвираға 18 йәш, ул Стәрлетамаҡта филолог һөнәренә уҡый. «Бәләкәйҙән үк ошо конкурс хаҡында хыялландым, — тине һылыуҡай. — Ике аҙна әҙерләндек. Ҡатнашыусы өсөн иң мөһиме — матур йырлай, бейей, һөйләй белеү. Был минең өсөн ауыр булманы».

Беренсе урынға Өфө ҡыҙы Ләйсән Шаһисолтанова лайыҡ булды, ул шулай уҡ «Интернет гүзәле» номинацияһында ла еңеүсе. Икенсе урынды Земфира Ҡотлоғолова (Федоровка районы) һәм Ильнара Ниязғолова (Мәскәү) яуланы. Өсөнсө урынды Дилара Хөсәйенова (Балаҡатай районы), Илзирә Сәфәрғәлина (Баймаҡ районы) һәм Межгорьенан Алина Тайфурова бүлеште, Алина «Мисс Комсомольская правда» исеменә лә лайыҡ булды. «Wday.ru» ҡатын-ҡыҙҙар мәғлүмәт порталында тауыш биреү юлы менән Ләйсән Шаһисолтанованы һайланылар. Магнитогорск ҡалаһынан Лиана Яныбаеваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының дипломы тапшырылды. Благовар районынан Роза Батыраева «Туған тел» каналының махсус призын алды — уға алып барыусылар курсына сертификат бирелде.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында 16 һылыуҡай үҙҙәренең матурлығын һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы белеүҙәрен күрһәтте. Улар араһында республика район һәм ҡалалары вәкилдәре, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Силәбе өлкәһе сибәрҙәре бар. Ҡыҙҙар бейене, уй-хыялдары менән уртаҡлашты һәм башҡорт дизайнерҙарының яңы коллекцияһын тәҡдим итте. Тәүге тапҡыр аш-һыу конкурсы ойошторолдо. Бәйге этаптарының береһе Рәсәй киноһы йылына арналғайны.

«Һылыуҡай» республика конкурсы — Рәсәйҙә иң оҙайлы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеүсе берҙән-бер милли проект. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» телеканалы.