Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә йәшәү минимумы дәүмәлен арттырырға ниәтләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында йәшәү минимумы дәүмәлен 3,4 процентҡа арттырыу күҙаллана.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары проектына ярашлы, 2016 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумын 9776 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 10 524 һум, пенсионерҙарға – 8025 һум, балаларға 9677 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим ителә.

Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын төбәктә ҡулланыу кәрзине һәм Росстаттың аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың беренсе кварталында ҡулланыусылар хаҡы индексы бынан алдағы квартал менән сағыштырғанда 102,3 процент тәшкил иткән. Халыҡтың йән башына йәшәү минимумы дәүмәле составындағы аҙыҡ-түлектең хаҡы 3,4 процентҡа артҡан.

Өҫтәүенә аҙыҡ-түлеккә ҡулланыусылар хаҡы индексы 103,2 процент тәшкил иткән. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар — 3,7, хеҙмәттәр 3,8 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть