11 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2016 йыл, 16:35

Рөстәм Хәмитов «Горняк» хоккей клубы уйынсыларын һәм тренерҙарын Төбәк кубогы финалында еңеүҙәре менән ҡотланы

фото: Йәштәр хоккей лигаһының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төбәк кубогында – Йәштәр хоккей лигаһында еңеү яулаған «Горняк» хоккей клубы (Учалы) уйынсыларына һәм тренерҙар штабына телеграмма ебәрҙе. Учалылар финал серияһындағы өс уйында ла Воронеж өлкәһенең «Россошь» командаһын еңде.

Телеграммала былай тиелә:

«Хөрмәтле «Горняк» командаһы тренерҙары һәм уйынсылары!

Төбәк кубогының финал серияһында еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым! Һеҙ республиканың спорт тарихында тәүге тапҡыр Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә еңеүгә өлгәштегеҙ.

Учалы ҡалаһы, төп бағыусығыҙ Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, һәм, әлбиттә, бөтә республика һеҙҙең менән ғорурлана.

Артабан да Башҡортостан исеменән лайыҡлы сығыш яһарһығыҙ, республика спортына ҙур өлөш индерерһегеҙ, тип ышанам.

Барығыҙға ла сәләмәтлек, һаулыҡ, яңы уңыштар теләйем!»