10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2016 йыл, 15:58

«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» бренды күрше төбәктәрҙә популярлыҡ яулай

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» бренды күрше төбәктәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ошо көндәрҙә республика вәкиле Амур Хәбибуллин Силәбе өлкәһенең Варнен районында булды. Сәфәр барышында район хакимиәте һәм вәкиллек араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Урындағы ҙур сауҙа селтәре «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» бренды тауарҙарын һатырға әҙер булыуын белдерҙе.

Эшлекле сәфәр программаһында муниципалитеттың бер нисә предприятиеһына барыу ҡаралғайны. Ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур иғтибар бүленде. Атап әйткәндә, яҡтар Башҡортостан биләмәһендә ҡарабойҙай, тары, гәрсис кеүек культуралар үҫтереүҙе Варнен икмәк продукттары комбинаты тарафынан өлөшләтә финанслау хаҡында килеште. «Варноагромаш» ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе киләсәктә республикала филиалын асырға ниәтләй. Был предприятиела ауыл хужалығы техникаһының 600-ҙән ашыу төрө бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегендә.