11 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2016 йыл, 15:12

Өфө амфитеатрында үтәсәк Симфония төнөнөң программаһы билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 майҙа Өфө амфитеатрында үтәсәк Симфония төнөнөң программаһы өс өлөшкә бүленә. Был хаҡта Өфө дәүләт сәнғәт институтының Йәштәр симфоник оркестры дирижеры Линар Дәүләтбаев һөйләне.

Беренсе өлөштә классик музыка әҫәрҙәре яңғырай. Сәғәт ярымлыҡ бүлектә Башҡортостанда тыуып үҫкән танылған музыканттар сығыш яһай. Кларнетсылар Артур Нәзиуллин һәм Руслан Вәлиев, флейтасы Инна Фоменко, виолончелдә уйнаусы Рөстәм Хәмиҙуллин, скрипкасы Александр Маломожнов, вокалистар Гөлнара Вәлиева һәм Артур Ҡәйепҡолов ҡатнаша.

Һуңынан программа икенсе сәхнәлә башлана. Бында Рәсәй һәм совет эстрадаһы йырҙарын тыңларға мөмкин. Алена Завьялова, Руслан Сәйфетдинов, «Премьер Квартет» вокаль ансамбле, Сиявуш Шерматов, «Балалайка-бэнд» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле саҡырылған.

Өсөнсө бүлек бик күңелле булмаҡсы. «Splash» барабансылар һәм «Ятаған» этно-төркөмөнөң сығышы шоу-программаның нигеҙен тәшкил итәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Ҡытай, Азербайжан һәм Төркмәнстан башҡарыусылары менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Өфө амфитеатрында Симфония төнөн уҙғарыуға федераль бюжеттан 3,1 миллион һум аҡса йүнәлтелә.