Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре союзы милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре союзы 10 йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны. Юбилейлы отчет һайлау конференцияһы барышында ҡаҙаныштар һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде. Ойошманың эшмәкәрлеге Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙың милли-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән, тип билдәләне сығыш яһаусылар.

Форумда Башҡортостандың Урал федераль округындағы даими вәкиле Амур Хәбибуллин, Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Морис Йосопов ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан конференцияла башҡарма комитеттың төп белгесе Марат Ғилманов, Башҡортостандағы Башҡорт йәштәре союзы исеменән уның рәйесе Ғаяз Бикбулатов сығыш яһаны.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, 10 йыл эсендә Башҡорт йәштәре союзы спорт, мәҙәни һәм белем биреү йүнәлешендә йөҙҙәрсә проекттарҙы тормошҡа ашырҙы. Улар ярҙамында башҡорт теле һәм башҡорт бейеүе, милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнау курстары асылды. Шулай уҡ «Афарин» футбол командаһы һәм Силәбе йүгереү клубы ойошторолдо.

Йәштәр ойошмаһы булдырылғандан алып Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, балалар йорттарына ярҙам күрһәтелә. Башҡорт йәштәре ҡала һәм өлкә өмәләрендә даими ҡатнаша. Федераль кимәлдәге проекттар — «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсы, «BashCon» башҡорт интернетын үҫтереү буйынса конференция бойомға ашырыла.

Эш йомғаҡтары буйынса киләһе өс йылға ойошма рәйесе һайланды. Ул — хәрәкәттең әүҙем ағзаһы Владислав Габов, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть